Jeremiah 7
Йермеяһтың ҡорамда пәйғәмбәрлек итеүе
1Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: 2– Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! 3Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: тормош рәүешегеҙҙе, ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ, шул сағында Мин һеҙҙе был урында йәшәргә ҡалдырырмын. 4„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“– тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ. 5Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та дөрөҫ йәшәһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел эш итһәгеҙ, 6килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ, 7шул саҡта һеҙҙе ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә тип бирелгән ошо ерҙә йәшәргә ҡалдырырмын. 8Әммә һеҙ ялғанға ышанаһығыҙ, ләкин бының файҙаһы юҡ. 9Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ. 10Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолдоҡ!“– тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө? 11Минең исемемә бағышланған ошо йорт һеҙҙеңсә ҡараҡтар ояһына әйләндеме ни? Мин бит быларҙың барыһын да күрә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. – 12Барығыҙ Шилоға, Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ. 13Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ. 14Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын. 15Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам». 16Ә һин, Йермеяһ, башҡаса был халыҡ өсөн доға ҡылма, улар өсөн ялбарма. Ялынма, ярлыҡау һорама – барыбер ҡолаҡ һалмаясаҡмын. 17Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни? 18Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә ▼▼ Күк алиһәһе – бабилдарҙың алиһәһе Иштар.
күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр. 19Тик улар Мине кәмһетәме ни? – тип белдерә Раббы. – Үҙҙәренә зыян килтерәләр, үҙҙәрен оятҡа ҡалдыралар. – 20Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр. 21Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: – Тотош яндырыу ҡорбандарығыҙҙы башҡа ҡорбандарығыҙға өҫтәгеҙ ҙә итен ашағыҙ! 22Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған ваҡытта, Мин тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандар хаҡында бойороҡ бирмәнем. 23Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем. 24Әммә улар тыңламаны, ҡолаҡтарына ла элмәне, тиҫкәре яуыз күңелдәре теләгәнсә йәшәне, алға бармай, артҡа киттеләр. 25Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом. 26Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ. 27Һин, Йермеяһ, быларҙың бөтәһен дә уларға һөйләрһең, әммә улар һиңә ҡолаҡ һалмаясаҡ. Һин уларҙы саҡырырһың, әммә улар яуап ҡайтармаясаҡ. 28Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды». 29Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла,Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта.
Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән
Раббы ваз кисте, уны ташланы.
30– Йәһүҙә халҡы күҙ алдымда яуызлыҡ ҡылды, – тип белдерә Раббы. – Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйҙылар, уны нәжесләнеләр. 31Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы. 32Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар. Унда үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр. 33Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ. 34Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.
Copyright information for
BakIBT2023