Jeremiah 9
1Әгәр ҙә башым – инеш,Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа,
Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн
Көнө-төнө илар инем!
2Әгәр сүлдә бер ҡуналҡам булһа,
Улар араһынан алыҫыраҡ булыр өсөн
Мин халҡымды ташлап китер инем!
Улар барыһы ла уйнашсылар,
Хыянатсылар өйөрө.
3«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар;
Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар,
Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар,
Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –
4Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын,
Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ,
Сөнки туған туғанына аяҡ сала,
Күрше күршеһенә яла яға.
5Һәр кем үҙенең күршеһен алдай,
Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй.
Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр;
Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.
6Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ,
Мәкер арҡаһында улар
Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.
7Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын,
Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы
Шунан башҡа нимә эшләй алам?
8Уларҙың теле – үлемесле уҡ,
Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға;
Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй,
Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора.
9Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн
Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. –
Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?»
10Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм,
Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым!
Улар барыһы ла көйөп бөткән,
Ул ерҙән һис кем йөрөмәй.
Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй;
Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.
11«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә,
Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм.
Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм,
Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.
12Мин Раббынан: – Был ер ниңә һәләк булды? Ни өсөн һис кем йөрөмәй торған сүл кеүек көйөп бөттө? Кем ошоно аңларҙай аҡылға эйә? Раббы һөйләшкән кеше кем, кем быларҙы халыҡҡа еткерер? – тип һораным. 13Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар, 14баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр. 15Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен. 16Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.
Йәрүсәлимдең һыҡтауы
17Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:«Ҡолаҡ һалығыҙ!
Һыҡтаусы ҡатындарҙы саҡырығыҙ,
Уларҙың иң оҫталары килһен».
18«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар,
Күҙҙәребеҙ йәш түкһен,
Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.
19Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә:
«Беҙ ҡыйратылдыҡ!
Мәсхәрәгә ҡалдыҡ,
Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ,
Йорттарыбыҙ емерелде».
20Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ!
Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.
Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға,
Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.
21«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй,
Һарайҙарыбыҙға бәреп керә,
Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы,
Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».
22«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә:
„Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ,
Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр,
Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».
23Раббы былай ти:
«Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын,
Көслө көсө менән маҡтанмаһын,
Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
24Маҡтанмаҡсы булған кеше
Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын.
Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән,
Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.
25– Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – тәне генә сөннәтләнгәндәрҙе язалаясаҡмын. 26Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ.
Copyright information for
BakIBT2023