Job 1
Әйүп һәм уның ғаиләһе
1Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине. 2Уның ете улы, өс ҡыҙы бар ине. 3Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине. 4Улдары сиратлап өйҙәрендә табын ҡора, бергә ашап-эсеп ултырырға ҡыҙ туғандарын да саҡыра торғайны. 5Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.Әйүпкә беренсе һынау
6Бер көндө илаһи заттар ▼▼ Илаһи заттар – йәһүд теленән һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «Алла улдары» йәки «аллаларҙың улдары».
Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан ▼▼ Шайтан – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ: «сатан» – «ҡаршы тороусы, ғәйепләүсе, кешегә яла яғыусы» тигән мәғәнәлә.
да бар ине. 7Раббы шайтандан: – Һин ҡайҙан килдең? – тип һораны. – Ер йөҙөнөң бер яғынан икенсе яғына йөрөп, урап сыҡтым, – тип яуап ҡайтарҙы шайтан. 8– Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. 9Шайтан Раббыға: – Әйүп Алланан буштан-бушҡа ҡурҡамы ни? – тип яуапланы. – 10Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән. 11Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ. 12Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы. 13Бер көндө Әйүптең улдары менән ҡыҙҙары өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине. 14Бер сапҡын килеп Әйүпкә: – Үгеҙҙәр ер һөрә, яҡында ишәктәр утлап йөрөй ине. 15Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине. 16Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. 17Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. 18Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Улдарың менән ҡыҙҙарың өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине. 19Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. 20Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды. 21Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын,Шыр яланғас китәсәкмен.
Биргән дә Раббы, алған да Раббы,
Раббы исеменә шөкөрана булһын!»
22Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүп гонаһ ҡылманы – Аллаға ғәйеп ташламаны.
Copyright information for
BakIBT2023