Job 10
1Йәшәүемдән биҙҙем,Инде зарымды эстә тотмайым,
Йән әрнеүҙәремде түгәм.
2Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма,
Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
3Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы?
Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып,
Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау –
Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
4Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы?
Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме?
5Көндәрең кешенекеләй һанаулымы?
Йылдарың бәндәнеке һымаҡ ҡыҫҡамы?
6Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме,
Гонаһ табырға маташаһыңмы?
7Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде,
Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
8Ҡулдарың миңә һын-рәүеш бирҙе, әүәләне;
Инде, кире уйлап, мине емерергә теләйһеңме?
9Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның,
Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?
10Һин мине һөт һымаҡ түгеп,
Эремсек кеүек ҡуйыртманыңмы?
11Мине ит һәм тире менән кейендерҙең,
Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең.
12Йәшәү бирҙең, һөйөүеңде бүләк иттең,
Йәнемде хәстәрләп һаҡлап торҙоң.
13Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың,
Беләм, ниәтеңдә былар булған:
14Мине күҙәтеп торорға,
Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам,
Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
15Ғәйепле булһам – бөттө баш!
Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам.
Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.
16Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың,
Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.
17Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың,
Асыуыңды ҡабартаһың,
Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла.
18Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың?
Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!
19Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай,
Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!
20Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни?
Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын
21Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем,
Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,
22Дөм ҡараңғы, үлем шәүләһе баҫҡан,
Һис бер тәртип булмаған бер тарҡау ергә,
Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булған урынға».
Copyright information for
BakIBT2023