‏ Job 11

Софарҙың беренсе телмәре:

Алла ғәйептәреңдең ҡайһы береһен онотто әле

1Нағаманан килгән Софар былай яуапланы:

2«Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы?
Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы?
3Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо?
Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
4Аллаға: „Инанысым дөрөҫ,
Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең.
5Әммә әгәр Алла ауыҙ асып,
Һиңә яуап бирергә теләһә,
6Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр,
Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине.
Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең
Ҡайһы береһен онотто әле.

7Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы?
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең
Сиктәренә олғаша белерһеңме?
8Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың?
Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
9Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ,
Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.

10Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа,
Кем Уны туҡтата алыр?
11Ул алдаҡсыларҙы таный:
Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо?
12Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе,
Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.

13Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң,
Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,
14Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң,
Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
15Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың,
Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң.
16Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң,
Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.
17Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр,
Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.
18Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар,
Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың.
19Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай,
Күптәр һиңә ярарға тырышыр.
20Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр,
Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ.
Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Copyright information for BakIBT2023