‏ Job 12

Әйүптең дүртенсе телмәре:

Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы?

1Әйүп былай тип яуапланы:

2«Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ!
Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!
3Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы?
Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен.
Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй?

4Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым.
Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным.
Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
5Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай,
Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.
6Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ,
Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй,
Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә.

7Кил, ҡырағай йәнлектәрҙән һора – өйрәтерҙәр,
Күктәге ҡоштарҙан – аңлатырҙар.
8Тупраҡҡа әйт, һиңә төшөндөрһөн,
Диңгеҙҙәге балыҡтарҙан һора – һөйләп бирһен.
9Бар нәмәне Раббының ҡулы яһаған –
Уларҙың ҡайһыһы быны белмәй?
10Һәр бер тереклектең йәне,
Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
11Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ,
Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай түгелме ни?
12Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар,
Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.
13Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар,
Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
14Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ,
Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
15Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр,
Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр.
16Көс тә, хикмәт тә Унда;
Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
17Кәңәшселәрҙе ялан аяҡ ҡыуалар,
Хөкөмдарҙарҙы алйотландырыр.
18Батшаларҙың билбауҙарын тартып өҙөр,
Билдәренә әләм-һәләм бәйләтер.
19Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар,
Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.
20Иң ышаныслы кәңәшселәрҙе телдән яҙҙырыр,
Аҡһаҡалдарҙың зиһенен алыр.
21Аҫыл заттарҙы мәсхәрәгә төшөрөр,
Көслөләрҙең ҡайышын систерер.
22Ҡараңғылыҡтың тәрәнлектәрен асыр,
Дөм ҡараңғылыҡты яҡтыға сығарыр.
23Ҡәүемдәрҙең береһен күтәрер, береһен һәләк итер,
Ҡайһыһын күбәйтер, икенселәрен таратыр.
24Халыҡтарҙың башлыҡтарының зиһенен алыр,
Юлһыҙ сүллектә аҙаштырып ҡалдырыр –
25Ҡараңғыла ҡапшанып йөрөрҙәр, яҡтылыҡ күрмәҫтәр,
Иҫерек шикелле сайҡалырҙар.
Copyright information for BakIBT2023