‏ Job 13

1Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе,
Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.
2Һеҙ белгәнде мин дә беләм,
Һеҙҙән бер ҙә кәм ерем юҡ.
3Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм,
Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!
4Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ,
Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
5Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ,
Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.

6Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ,
Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
7Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме?
Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?
8Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы?
Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?
9Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы?
Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай,
Уны ла алдай алырһығыҙмы?
10Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ,
Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.
11Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни?
Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?
12Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ,
Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.

13Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ,
Әйҙә, ни булһа ла булһын.
14Тормошом хәүеф аҫтында ҡалһа ҡалһын,
Йәнемде усыма йомарлайым.
15Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ.
Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.
16Асылда был минең ҡотолоуым булыр,
Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм
Уның хозурына килмәҫ ине.
17Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ,
Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ.
18Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем.
Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
19Минең менән дәғүәләшә алыусы булырмы?
Ул саҡта шымырмын да үлермен.

20Эй Алла, ике генә нәмә ялбарам,
Шул саҡта мин Һинән йәшеренмәм:
21Ҡулыңды минең өҫтөмдән ал да
Дәһшәтең менән ҡотомдо алма.
22Шунан саҡыр – мин яуап бирермен;
Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.
23Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме?
Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.
24Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең?
Ниңә Һин мине дошман күрәһең?
25Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы,
Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?
26Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың,
Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.
27Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең,
Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың,
Аяҡ эҙемдән юллап киләһең.

28Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға,
Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.
Copyright information for BakIBT2023