Job 14
1Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа,Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.
2Сәскә кеүек асыла ла һулый,
Күләгәләй елеп уҙа ла юғала.
3Һәм Һин күҙеңде шуға текләйһеңме?
Үҙең менән хөкөмләшергә илтәһеңме?
4Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр?
Бер кем дә!
5Әҙәм ғүмеренең көндәре һанаулы,
Айҙары Һинең ихтыярыңда,
Сик ҡуйғанһың – уны үтә алмаясаҡ.
6Шулай булғас, унан күҙеңде ал;
Эшен тамамлаған көнлөксөләй,
Исмаһам, саҡ ҡына рәхәт күрһен.
7Хатта ағас өсөн дә өмөт бар:
Киҫелһә лә, ғүмере өҙөлмәй –
Төпһәһенән үҫентеһе сыға.
8Ерҙә тамырҙары ҡартайһа ла,
Төпһәһе саңға батып кипһә лә,
9Дымды тойоу менән үрсем бирә,
Яңы ғына ултыртылған һымаҡ бөрөләнә.
10Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға;
Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?
11Һыуы кипкән күл,
Ҡороп ҡалған йылға һымаҡ,
12Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ,
Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ,
Шул йоҡоһонан айнымаҫ.
13Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң,
Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң,
Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң,
Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!
14Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? –
Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем
Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.
15Һин мине саҡырыр, ә мин яуап бирер инем;
Мине – Үҙең бар ҡылғанды – һағыныр инең.
16Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да,
Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.
17Енәйәттәремде тоҡҡа һалып, мөһөр һуғыр,
Ғәйептәремде өҫтөнән аҡлап ҡуйыр инең.
18Ләкин тауҙың ҡолап онталғаны,
Ҡаяның урынынан ҡупҡаны,
19Һыуҙың ташты ашағаны,
Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ,
Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың.
20Бер мәл уны тамам еңәһең дә ул китә;
Ҡиәфәтен үҙгәртәһең дә ебәрәһең.
21Улдары дан ҡаҙанғанмы – уны белмәҫ,
Кәмселеккә төшкәндәрме – инде һиҙмәҫ.
22Үҙ тәненән башҡа һыҙланыуҙы тоймаҫ,
Бары үҙе өсөн генә йәне һыҡтар».
Copyright information for
BakIBT2023