‏ Job 15

Әлифаздың икенсе телмәре:

Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?

1Темандан килгән Әлифаз былай яуапланы:

2«Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы?
Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы?
3Мәғәнәһеҙ һүҙ, файҙаһыҙ хәбәр менән
Ҡаршы һөйләп маташырмы?
4Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың,
Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең.
5Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды,
Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
6Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың,
Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.

7Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме?
Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы?
8Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да
Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы?
9Беҙ белмәгән нимә мәғлүм һиңә?
Беҙ аңламаған нимәне һин төшөндөң?
10Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар,
Улар атаңдан да өлкәнерәк.
11Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары,
Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
12Ниңә күңелең шулай шашына?
Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора?
13Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең,
Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға?

14Кем ул кеше – пак булырға?
Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
15Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған,
Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла
16Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән,
Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?
17Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм,
Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм.
18Аҡыл эйәләре өйрәткәнде,
Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем.
19Ер бит бары уларға бирелгән,
Араларына яттар кермәгән булған.
20Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер,
Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы.
21Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор,
Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
22Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ,
Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
23„Ҡайҙан алайым?“– тип зарығып икмәк эҙләр,
Ҡара көндәре еткәнен белер.
24Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр,
Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
25Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.
26Ҡалын ҡалҡанын тотоп, баш сөйөп,
Тиҫкәреләнеп, Уға ҡаршы ташланды,
27Күҙҙәрен май бөргән,
Һимеҙ ҡорһағы һәленеп төшкән хәлдә.
28Ул таланған ҡалаларҙа,
Кешеләре ташлап киткән,
Емерелергә торған өйҙәрҙә йәшәр.
29Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр,
Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ.
30Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ,
Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр,
Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
31Юҡ-барға ышанып, үҙен-үҙе алдамаһын,
Сөнки эшенең әжере лә юҡ-бар буласаҡ.
32Тейешлеһен ваҡытынан алда алып бөтөр,
Ботаҡтары инде йәшелләнмәҫ.
33Емешен өлгөрмәҫ борон ҡойған йөҙөм,
Сәскәһен ҡойған зәйтүн ағасы һымаҡ булыр.
34Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр,
Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
35Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр,
Ҡарындары хәйлә менән тулыр».
Copyright information for BakIBT2023