‏ Job 16

Әйүптең бишенсе телмәре:

Ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ

1Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:

2«Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем,
Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар.
3Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы?
Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ –
Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме?
4Һеҙ минең урынымда булһағыҙ,
Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем;
Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап,
Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;
5Ҡоро һүҙ менән йыуатыр,
Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.

6Һөйләһәм дә, әрнеүем баҫылмаҫ,
Тынһам да, һыҙланыуым кәмемәҫ.
7Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң,
Бар яҡындарымды һәләк иттең.
8Тиремде йыйырсыҡтар менән ҡапланың –
Был миңә ҡаршы шаһитлыҡ итә.
Ҡоро һөйәк ҡалыуым да миңә ҡаршы һөйләй.
9Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла,
Нәфрәтләнә, тешен шығырлата;
Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.
10Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә,
Мәсхәрә менән сикәмә саба;
Барыһы миңә ҡаршы берләшә.
11Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе,
Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
12Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта,
Ул мине селпәрәмә емерҙе,
Үңәсемдән аймап, яраланы,
Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы.
13Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды,
Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште,
Үтем ергә түгелде.
14Тәнемдән умырып ала, яра һала,
Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана.

15Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн,
Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым.
16Ҡыҙарынды битем күп илауҙан,
Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма.
17Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ,
Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.

18Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ!
Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!
19Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар,
Яҡлаусым бар минең юғарыла.
20Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә;
Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
21Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй,
Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы.

22Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер –
Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Copyright information for BakIBT2023