Job 17
1Рухым һынды минең, көндәрем бөтә,Инде мине ҡәбер көтә.
2Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған,
Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
3Эй Алла, Үҙ-Үҙең алдында йолоп алыусым бул!
Башҡа кем һуң миңә ярҙам ҡулы һуҙыр?
4Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың,
Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.
5Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең
Балаларының күҙ нуры һүнер.
6Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте,
Улар минең битемә төкөрә.
7Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды,
Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды.
8Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр,
Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр,
9Иманлылар юлынан тайпылмаҫ;
Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
10Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ –
Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым.
11Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде,
Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.
12Ә улар төндө көн тип раҫлай;
Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“– тип иҫбатлай.
Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.
13Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа,
Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
14Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“,
Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,
15Ҡайҙа һуң минең өмөтөм?
Минең өмөтөмдө кем күрер?
16Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө?
Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Copyright information for
BakIBT2023