‏ Job 18

Билдадтың икенсе телмәре:

Аллаһыҙҙарҙың тәҡдире шундай

1Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине:

2«Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ?
Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.
3Ниңә беҙ хайуан булып иҫәпләнәбеҙ?
Күҙҙәреңә ахмаҡ булып күренәбеҙ?
4Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең –
Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы?
Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?

5Эйе, яуыздарҙың уты һүнер;
Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.
6Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер,
Янындағы шәме һүнер.
7Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр,
Үҙ мәкере үҙенең башына етер.
8Аяҡтары алып барып индерер тоҙаҡҡа,
Үҙе барып баҫыр ҡапҡанға
9Элмәк эләктерер бәкәленән,
Тәпегә ул барып ҡыҫыласаҡ.
10Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны,
Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор.
11Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр,
Артынан ҡалмай баҫтырыр.
12Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор,
Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.
13Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар,
Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр.
14Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар,
Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
15Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ,
Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.
16Аҫтан тамырҙары ҡорор,
Өҫтән ботаҡтары кибер.
17Исеме донъяла онотолор,
Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.
18Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр,
Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
19Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында,
Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
20Көнбайышта йәшәгәндәр, уның яҙмышын ишетеп, тетрәнер;
Көнсығыштағылар, уны күреп, дәһшәткә батыр.
21Яуыздарҙың торлағы менән шул булыр,
Тәҡдире шундай аллаһыҙҙарҙың».
Copyright information for BakIBT2023