Job 19
Әйүптең алтынсы телмәре:
Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды
1Әйүп былай тип яуапланы: 2«Ҡасанға тиклем йәнемде иҙерһегеҙ?Һүҙҙәрегеҙ менән бәғеремде телерһегеҙ?
3Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ,
Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.
4Әгәр ысынлап юлдан яҙған булһам да,
Унан бит бары минең үҙемә зыян!
5Үҙегеҙҙе минән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ,
Кәмһетелеүемде үҙемә ҡаршы йүнәлтәһегеҙ икән,
6Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды,
Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
7Мин: „Яуызлыҡ!“– тип ҡысҡырам – яуап юҡ,
Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.
8Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым,
Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
9Шөһрәтемде минән тартып алды,
Башымдан тажымды атып бәрҙе.
10Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм,
Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды.
11Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй,
Ул мине Үҙенә дошман һанай.
12Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла,
Миңә ҡаршы улар уба ҡора,
Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
13Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе,
Таныштарым мине ят күрәләр.
14Туғандарым ташланы,
Йән дуҫтарым ситкә типте,
15Үҙ өйөмдә һыйындырған заттар,
Аҫырауҙар менән хеҙмәтселәр мине ят күрәләр,
Улар күҙендә килмешәккә әйләндем.
16Хеҙмәтсемде саҡырам, ул яуап бирмәй,
Ауыҙ һыуымды түгеп ялбарырға мәжбүрмен.
17Һулышымдың еҫенән ҡатыным биҙҙе,
Ҡәрҙәштәрем минән ерәнәләр.
18Хатта бала-саға мине һанға һуҡмай,
Тороп баҫыуым була, үсекләй башлай.
19Яҡын дуҫтарым минән сикәнә,
Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.
20Тире лә һөйәк кенә тороп ҡалдым,
Бына-бына йәнем сығып бара.
21Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым,
Алланың ҡулы туҡманы мине!
22Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ,
Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?
23Әгәр һүҙҙәрем яҙылып барһа ине,
Теркәлһә ине төргәк китапҡа;
24Тимер ҡәләм менән соҡоп, ҡурғаш ҡойоп яҙылһа,
Мәңгелеккә ҡаяға сүкеп уйылһа ине!
25Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй,
Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!
26Хатта тирем сереп төшкәндә лә,
Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен.
27Мин Уны үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен,
Үҙем, башҡа берәү түгел!
Бәғерем телгеләнә эсемдә.
28Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек?
Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ,
29Ҡылыс йөҙөнән ҡурҡығыҙ,
Сөнки ярһыу ҡылыс менән язалана;
Шул ваҡытта ғәҙел хөкөмдөң барлығын белерһегеҙ!»
Copyright information for
BakIBT2023