‏ Job 20

Софарҙың икенсе телмәре:

Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа

1Нағамандан килгән Софар былай тип яуапланы:

2«Һүҙҙәрең мине хафаға һалды, Әйүп,
Борсолам, өндәшмәй ҡала алмайым.
3Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм,
Зиһенем яуап бирергә рухландыра.

4Әллә шуны белмәйһеңме: әүәлдән үк,
Әҙәм донъяға яратылғандан бирле,
5Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа,
Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
6Тәкәбберлеге күккә ашһа ла,
Башы болоттарға тейеп торһа ла,
7Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр,
Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“– тиер.
8Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ,
Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
9Ҡасандыр уға ҡараған күҙҙәргә күренмәҫ бүтән,
Йәшәгән ерҙәре инде уны күрмәҫ.
10Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр,
Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
11Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте
Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер.

12Ауыҙына яуызлыҡ бик татлы тойолһа ла,
Тел аҫтында ғына йәшереп тотһа ла,
13Ҡәҙерләп аңҡауында һаҡлаһа,
Тәмләп һурһа ла,
14Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ,
Зәһәр йылан ағыуына әйләнер,
15Һоғонған байлығын кире ҡоҫор;
Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
16Зәһәр йыландың ағыуын имер,
Ҡара йыландың тешенән үлер.
17Күрә алмаҫ ул ағын һыуҙарҙы,
Бал менән май аҡҡан йылғаларҙы.
18Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр,
Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
19Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе,
Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.

20Уның ҡарыны туя белмәне,
Нәфсеһенең сиге булманы.
21Ашай башлаһа, артынан тәғәм ризыҡ ҡалмай,
Шуға күрә байлығы оҙаҡҡа бармай.
22Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә,
Бәлә килеп йыға һуғыр,
Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр.
23Ҡарынымды тултырҙым тигәндә,
Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер,
Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.
24Тимер ҡоралдан ҡасып ҡотолһа,
Баҡыр йәйә уны ҡыуып етер.
25Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр,
Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр.
Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр.
26Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр,
Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор,
Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.
27Енәйәттәрен күк фашлар;
Ер уға ҡаршы ҡалҡыр.
28Алланың асыу көнөндә
Йортоноң барлыҡ мөлкәтен
Ташҡын йыуып алып китер.
29Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш,
Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».
Copyright information for BakIBT2023