‏ Job 21

Әйүптең етенсе телмәре:

Ни өсөн яуыздар йәшәй?

1Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:

2«Әйткәнемде диҡҡәт биреп тыңлағыҙсы,
Мине йыуатыуығыҙ шул булһын.
3Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ,
Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.

4Мин кешеләрҙән зарланаммы ни?
Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң?
5Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер,
Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ.
6Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам –
Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала.
7Ни өсөн яуыздар йәшәй,
Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?
8Уларҙың балалары һәр саҡ эргәләрендә,
Нәҫелдәре күҙ алдында.
9Өйҙәре имен, бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ,
Алланың таяғы баш өҫтәрендә янамай.
10Үгеҙҙәренең орлоғо әрәм булмай,
Һыйырҙары йыл һайын быҙаулай,
Быҙауын һалмай.
11Бала-сағалары көтөү булып йөрөй,
Бәрәстәр кеүек һикерәнләп уйнай.
12Дөңгөр һуғып, арфа сиртеп бейешәләр,
Һыбыҙғыға ҡушылышып йырлайҙар.
13Ғүмерҙәре муллыҡта үтә,
Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.
14Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. –
Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ.
15Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә?
Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“
16Әммә муллыҡтары уларҙың үҙ ҡулдарында түгел.
Ҡуй, яуыздарҙың өгөтө минән алыҫ торһон!

17Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә,
Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме?
Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?
18Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ,
Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?
19„Алла язаны уларҙың
Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме?
Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр.
20Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.
21Юҡһа, ғүмерҙәре бөткәс, көндәренең ахыры килгәс,
Ғаиләһендә уларҙың ни ҡайғыһы бар?

22Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға
Кем аҡыл өйрәтә алыр?
23 24Берәү көсө ташып торған саҡта,
Тәне һау-сәләмәт, һөйәгендә елеге тулып торғанда,
Тыныс һәм етеш тормошта күҙен йомор.
25Башҡа берәү ғазап сигеп,
Һис рәхәтлек күрмәй китеп барыр.
26Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр,
Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.

27Беләм нимә уйлағанығыҙҙы,
Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы.
28Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто?
Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“
29Юлаусыларҙан һорашманығыҙмы ни?
Күргәндәрен иҫәпкә алманығыҙмы?
30Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала,
Раббының асыу көнө уны урап үтә.
31Кем дөрөҫлөктө битенә бәреп әйтер?
Кем ҡылғанының ҡонон ҡайтарыр?
32Мәйетен зыяратына алып барғанда
Ҡәберенә ҡарауыл ҡуйырҙар.
33Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр,
Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан,
Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.

34Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ?
Яуаптарығыҙ бит тотош ялған».
Copyright information for BakIBT2023