Job 22
Әлифаздың өсөнсө телмәре:
Асыҡҡанға икмәгеңде йәлләнең
1Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: 2«Кешенән Аллаға ниндәй файҙа?Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?
3Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы?
Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?
4Ул һине Үҙенән ҡурҡҡан өсөн әрләй,
Шуға күрә хөкөмгә илтә тиһеңме?
5Яуызлығыңдың сиге юҡ,
Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
6Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың:
Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,
7Арығанға эсергә һыу бирмәнең,
Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең.
8Ергә ҡеүәтлеләр хужа була,
Дәрәжәле генә унда төйәкләнә, тип уйланың.
9Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң,
Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.
10Шуға күрә әйләнәңдә – тоҙаҡ,
Көтөлмәгән дәһшәт солғап алған.
11Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай,
Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.
12Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла?
Күҙҙәреңде күтәреп баҡ,
Йондоҙҙар ҡайһылай бейек!
13Ә һин: „Алла нимә белә? – тиһең. –
Ҡараңғылыҡ аша нисек хөкөм ҡылһын?
14Ул күрмәй, ҡуйы болот ышыҡлай.
Йөрөй тегендә-бында күк көмбәҙендә“.
15Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды?
16Улар был донъянан ваҡытынан алда китте.
Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.
17Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. –
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“
18Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине.
Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!
19Тәҡүәләр яуыздарҙың һәләкәтен күреп шатланыр,
Гонаһһыҙҙар уларҙан көлөр:
20„Бына дошмандарыбыҙ юҡ булды,
Байлыҡтары янып, көлгә әйләнде!“
21Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап,
Шул сағында бәрәкәт тә килер.
22Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте,
Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.
23Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң,
Ҡабат аяҡҡа баҫырһың.
Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!
24Алтыныңды саң-туҙанға,
Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
25Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының,
Өйөм-өйөм көмөшөң булыр.
26Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың,
Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.
27Уға доға ҡылырһың, ишетер,
Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.
28Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр,
Юлдарыңа нур һирпелер.
29Түбәнһетелгән, йығылғанды күреп: „Торғоҙоғоҙ!“– тип әйтерһең.
Алла күңеле төшкәндәрҙе ҡотҡарыр.
30Хатта ғәйебе булһа ла йолоп алыр,
Һинең ҡулыңдың паклығы арҡаһында гонаһлы ҡотҡарылыр».
Copyright information for
BakIBT2023