Job 23
Әйүптең һигеҙенсе телмәре:
Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем
1Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: 2«Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк,Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.
3Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға,
Төйәгенә бара белһәм икән!
4Дәғүәмде алдына һалыр инем,
Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем.
5Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем,
Бөтә әйткәндәрен аңлар инем.
6Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп,
Минең менән хөкөмләшер инеме? –
Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.
7Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр,
Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем.
8Әммә көнсығышҡа барһам – Ул унда юҡ,
Көнбайышҡа барһам да таба алмайым.
9Ғәмәлдәре төньяҡ тарафтамы – күҙем күрмәй;
Көньяҡҡа бороламы – абайламай ҡалам.
10Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә.
Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
11Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым,
Уның юлын тоттом, ситкә атламаным.
12Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым,
Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
13Әммә Ул Үҙе хәл итә.
Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр?
Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.
14Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр,
Ундай ниәттәре Уның күптер.
15Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам,
Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
16Алла бар тәҡәтемде ҡоротто,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.
17Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ
Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023