‏ Job 24

1Ни өсөн сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе
Хөкөм өсөн ваҡыт билдәләмәй?
Ни өсөн Алланы танығандар
Уның залимдарға ҡаршы булғанын һис күрмәй?
2Кешеләр ыҙан таштарын күсереп ҡуя,
Урланған малдарын көтә.
3Етемдәрҙең ишәген алып китә,
Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала.
4Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа –
Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.
5Мохтаждар, ҡырағай ишәктәр кеүек,
Ризыҡ эҙләп сүллек, ҡоро дала гиҙә;
Башҡа нисек балаларын туйындырһын?
6Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар,
Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр.
7Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ,
Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар.
8Тауҙарҙа һалҡын ямғырҙа һыуланышып,
Ышыҡ тапмай ҡаяларға һыйыналар.

9Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар,
Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.
10Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар,
Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас.
11Зәйтүн ағастары араһында май һығалар,
Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар.
12Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша,
Яралылар ярҙам һорап иңрәй,
Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!

13Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар,
Улар нурлы юлды танымайҙар,
Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар.
14Үлтереүсе ҡараңғынан тора,
Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя,
Ә төн етһә, урлашырға сыға.
15Зинасының күҙе эңер көтә,
„Бер кем дә мине күрмәй!“– тип йөҙөн ҡаплай.
16Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай,
Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.
17Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай,
Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.

18Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш,
Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле,
Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
19Ҡоролоҡ менән эҫелек ҡар һыуҙарын йотҡан һымаҡ,
Гонаһлыларҙы үлеләр донъяһы ялмап алыр.
20Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор,
Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар.
Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ –
Золом ағас һымаҡ һыныр.
21Улар түлһеҙ ҡатындарға яманлыҡ ҡылыр,
Тол ҡатындарға яҡшылыҡ күрһәтмәҫ.
22Улар үҙ көсө менән көслөнө лә һөйрәп ергә бәрер.
Улар тороп баҫыр, әммә үҙ ғүмере өсөн ышанысы ҡалмаҫ.
23Ә Алла уларға ла форсат бирер –
Имен-аман йәшәһендәр,
Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.
24Бер аҙ үрләүҙәре булыр – юҡҡа сығырҙар,
Башҡалар кеүек үк йығылырҙар, йыйып алынырҙар,
Башаҡ кеүек ҡырҡылып төшөрҙәр.

25Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер?
Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Copyright information for BakIBT2023