Job 25
Билдадтың өсөнсө телмәре:
Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын?
1Шуахтан килгән Билдад былай тип яуап бирҙе: 2«Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт.Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла.
3Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы?
Нуры кемгә генә төшмәй?
4Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын?
Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?
5Ҡара, Алла хозурында ай ҙа тоноҡ,
Хатта йондоҙҙар ҙа пак түгел.
6Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан?
Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»
Copyright information for
BakIBT2023