‏ Job 26

Әйүптең туғыҙынсы телмәре:

Алланың сикһеҙ бөйөклөгө

1Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:

2«Хәле ҡалмағанға нисек ярҙам иттең?
Көсһөҙ ҡулға таяныс булдыңмы?
3Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең?
Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
4Был һүҙҙәргә һине кем өйрәтте?
Кемдең рухы һинең аша һөйләй?

5Аҫта әруахтар тетрәнә,
Һыуҙар һәм дә унда йәшәүселәр.
6Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ,
Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
7Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән;
Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған.
8Ул болоттарына һыу туплай,
Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай.
9Ул тәхетен йәшереп ҡуя,
Үҙенең болото менән ҡаплай.
10Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып,
Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.
11Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып
Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.
12Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо,
Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне.
13Уның һулышынан күк йөҙө асылды;
Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе.
14Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына!
Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау.
Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Copyright information for BakIBT2023