Job 27
Әйүптең йомғаҡлау һүҙе:
Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам
1Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине: 2«Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла,Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит:
3Ҡасанға тиклем эсемдә йәнем,
Танауымда Алланың һулышы булһа,
4Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ,
Телем ялғанды һөйләмәҫ!
5„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин.
Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.
6Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам;
Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.
7Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн,
Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын.
8Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта,
Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
9Башына бәлә-ҡаза килгәндә,
Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?
10Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы?
Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?
11Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем.
12Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе,
Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?
13Залим әҙәмдең Алланан алыр өлөшө,
Иҙеүсенең сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән алыр мираҫы ошо:
14Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла –
Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр.
Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.
15Иҫән ҡалғандарҙы үләт ҡәбергә индерер,
Тол ҡалған ҡатындары илап оҙата алмаҫ.
16Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа,
Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла,
17Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер,
Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр.
18Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ,
Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр.
19Бай булып йоҡларға ятыр,
Иртән күҙен асһа – бер нәмәһе лә ҡалмаған.
20Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр,
Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.
21Көнсығыштан иҫкән көйҙөргөс ел
Уны урынынан ҡуптарыр,
Осороп алып китер.
22Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл
Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.
23Ел уның артынан әсе һыҙғырып,
Ҡулын сабып тороп ҡалыр».
Copyright information for
BakIBT2023