Job 28
Аҡыл тураһында ҡисса
1Көмөш сығарылған шахталар бар,Алтын йыуа торған урындар бар.
2Тимер тупраҡтан ҡаҙып сығарыла,
Баҡыр руданан иретелеп алына.
3Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә;
Үлем күләгәһе хөкөм һөргән
Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара.
4Кеше йәшәмәгән төбәктәрҙә
Руда эҙләп тәрән соҡор ҡаҙалар,
Бер кем аяҡ баҫмаған алыҫ ерҙәрҙә
Шул соҡорҙарға төшәләр,
Бауға бәйләнеп эшләйҙәр.
5Өҫтә икмәк үҫтергән ер
Аҫта утта янып ирегән шикелле.
6Таштарында зәңгәр яҡут йәшеренгән,
Балсығынан алтын табыла.
7Унда илткән юлды йыртҡыс ҡоштар белмәй,
Ыласындың күҙе уны күрмәй.
8Ҡырағай йәнлектәр ҙә йөрөмәй унан,
Арыҫландың тәпәйе лә баҫмай бында.
9Ә кеше саҡматаштай ҡаты ҡаяларҙы емерә,
Тауҙарҙы төбө-тамырынан аҡтара;
10Тау-таштарҙы соҡоп, тишеп үтә,
Күҙҙәре бөтә хазиналарҙы күрә.
11Йылғаларҙың инешенә барып етә,
Йәшеренде яҡтыға сығара.
12Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң?
Зиһендең инеше ҡайҙа?
13Әҙәм балаһы уның баһаһын белмәй,
Тереләр донъһында уны табып булмай.
14Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ».
«Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ.
15Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ,
Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ.
16Уны Офир алтыны менән дә,
Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
17Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел,
Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ.
18Ынйы-мәрйенде инде әйтеп тә тораһы юҡ;
Аҡылдың ҡиммәте аҫылташтарҙан да өҫтөн.
19Куштың хризолиты уға тиңдәш түгел,
Саф алтын менән ул баһаланмай.
20Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл?
Зиһендең инеше ҡайҙа?
21Ул бөтә йән эйәләренең күҙенән дә,
Һауалағы ҡоштарҙан да йәшерелгән.
22Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә:
«Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр.
23Уға алып барған юлды бары Алла белә,
Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә.
24Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем,
Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
25Елгә көс биргән сағында,
Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,
26Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә,
Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
27Ул аҡылды күреп баһаланы,
Уны нығытты, һынаны.
28Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу.
Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».
Copyright information for
BakIBT2023