‏ Job 29

Әйүптең һуңғы телмәре:

Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән

1Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине:

2«Әгәр ҙә мин үткән мәлдәрҙәге,
Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән!
3Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата,
Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.
4Ғүмеремдең сәскәле мәле кире ҡайтһасы,
Сатырымды Алла Үҙе ҡанаты аҫтында тота ине.
5Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе әле янымда,
Балаларым әйләнәмдә ине.
6Ҡайҙа һуң аяҡтарым һөттә йыуылған,
Ҡаяларҙан зәйтүн майы ағып торған көндәр!
7Ҡала ҡапҡаһы янына сығып,
Майҙанда урынымды алған сағымда
8Йәштәр мине күреп юл бирә һала,
Ҡарттар ҡалҡып аяғүрә баҫа,
9Түрәләр һөйләүҙән туҡтап,
Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай,
10Затлыларҙың тауышы ҡарлыға,
Телдәре аңҡауҙарына йәбешә торғайны.

11Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны,
Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –
12Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны,
Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.
13Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны,
Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.
14Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным,
Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.
15Һуҡырҙарға күҙ булдым,
Аҡһаҡтарға аяҡ инем.
16Хәйерселәрҙең атаһы булдым,
Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
17Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым,
Табышын тештәре араһынан тартып алдым.

18„Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр,
Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –
19Тамырҙарым һыуға тейер,
Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр,
20Шөһрәтем һәр саҡ яңырып торор,
Ҡулымдағы йәйәм ҡаты булыр“, – тинем.

21Кешеләр һөйләгәнемә ҡолаҡ һала,
Кәңәшемде шымып көтә ине.
22Минең һүҙем һәр саҡ һуңғы булды,
Һүҙҙәрем уларға ысыҡ тамсыһылай тамды.
23Улар мине ямғырҙай көтөп алыр,
Һүҙҙәремде яҙғы ямғыр һымаҡ йотор ине.
24Йылмайыуым уларҙа өмөт уята,
Яҡты йөҙөм күңелдәрен күтәрә торғайны.
25Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем,
Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем,
Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым.
Copyright information for BakIBT2023