Job 3
Әйүптең беренсе телмәре:
Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн
1Шунан һуң Әйүп, һүҙ башлап, үҙе донъяға килгән көндө ҡәһәрләне. 2Ул былай тине: 3«Мин тыуған көн,„Ир бала яралды!“– тип әйткән төн юҡҡа сыҡһын!
4Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн,
Алла күктә уны иҫенә алмаһын,
Ул көн өсөн таң тыумаһын.
5Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын,
Уны ҡара болот томалаһын,
Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.
6Ул төндө дөм ҡараңғылыҡ йотһон,
Йыл көндәре араһында һаналмаһын,
Айҙарҙың хисабына инмәһен.
7Әйҙә ул төн ҡыҫыр ҡалһын,
Унда шатлыҡ ауазы яңғырамаһын.
8Ливъяҫанды ▼
▼ Ливъяҫан – бөгөнгө көндә беҙгә мәғлүм булмаған ғәләмәт ҙур һыу хайуаны.
уята алырлыҡКөндәргә ләғнәт уҡыусылар
Әйҙә ул көнгә ҡарғыш яуҙырһын.
9Ул төндөң таң йондоҙҙары ҡараңғыланһын;
Зарығып таңды көтөүе бушҡа сыҡһын;
Иртәнге шәфәҡ нурҙарын күрә алмаһын.
10Сөнки ул төн әсәйемдең аналығын бикләмәгән,
Күҙҙәремде ғазаптарҙан йәшермәгән.
11Ни өсөн мин үле тыумағанмын?
Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен?
12Ниңә мине тыуғанда теҙҙәренә ҡабул иткәндәр?
Ниңә миңә күкрәк һөтөн имеҙгәндәр?
13Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем,
Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
14Һалдырған ҡалалары күптән үк емерелгән
Ер батшалары, уларҙың вәзирҙәре,
15Өйҙәрен көмөш менән тултырған,
Алтынға хужа булған түрәләр араһында.
16Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен?
Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
17Унда залимдар яуызлығынан туҡтай,
Унда талсыҡҡандар ял таба.
18Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта,
Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй.
19Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә;
Ҡол да хужаһынан азат.
20Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән?
Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?
21Улар үлем көтә, тик таба алмай.
Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй.
22Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар,
Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
23Ни өсөн ғүмер бирелә
Ҡайҙа барғанын белмәгән,
Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә?
24Көрһөнөүем ризығымдан алда килә,
Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә.
25Ниҙән ҡурҡһам – алдыма шул килде,
Нимәнән ҡотом осһа – башыма шул төштө.
26Ал да юҡ, ял да юҡ, йәм дә юҡ,
Бары тик ғәм генә тороп ҡалды».
Copyright information for
BakIBT2023