Job 30
1Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә.Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем,
Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем.
2Уларҙан миңә ни файҙа:
Көс-ҡеүәттәре бөткән.
3Мохтажлыҡтан һәм аслыҡтан миктәп,
Ҡыу далала, ҡараңғыла ҡатҡан тупраҡ кимерәләр;
4Шырлыҡта әсе үлән йолҡоп ашайҙар,
Икмәк урынына артыш тамыры сәйнәйҙәр.
5Кеше араһынан ҡыуылалар,
Бурҙарҙы баҫтырған һымаҡ,
Арттарынан ҡысҡырып ҡалалар.
6Ҡороған йылға йырындарында,
Өңдәрҙә, ҡая ярыҡтарында йәшәйҙәр.
7Ҡыуаҡ араһында хайуан һымаҡ олойҙар,
Сәнскәк аҫтында өймәкләшәләр.
8Бөтә ерҙән дә һөрөлгән
Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!
9Инде шулар минән көлөп
Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай,
Мин уларға көлкө булып ҡалдым.
10Минән сирҡаналар, ситләшәләр,
Битемә төкөрөүҙән дә тартынмайҙар.
11Алла йәйәмдең керешен бушатып мине кәмһетте,
Шуға улар минең алда үтә йүгәнһеҙләнә башланы.
12Уң яғымдан ябырыла был өйөр,
Мине аяҡтан йығырға тырыша,
Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала.
13Улар минең юлыма арҡыры төшә;
Мине һәләк итергә керешә,
Һис кем уларҙы туҡтатмай!
14Емерелгән диуар аша ябырылған дошман һымаҡ,
Ватып-емереп өҫтөмә ташланалар.
15Мине дәһшәт солғап алды,
Абруйым ел кеүек осоп китте,
Именлегем томан һымаҡ таралды.
16Инде йәнем ташлап сығыр хәлдә,
Хәсрәт көндәре артымдан ҡыуып етте.
17Төндәрен түҙгеһеҙ һыҙлай һөйәктәрем,
Бер туҡтауһыҙ әрнеү йонсота.
18Алла мине кейемемдән матҡып алды;
Яғамдан аймап һыҡты.
19Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы,
Саң-туҙанға, көлгә әйләндем.
20Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең.
Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың.
21Миңә ҡарата аяуһыҙландың;
Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.
22Мине күтәреп елгә мендерҙең,
Ғәрәсәт эсендә өйрөлдөрөп йөрөтәһең.
23Беләм, һин мине үлемгә –
Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
24Бәләгә тарыған әҙәм ярҙам һорап ҡысҡырғанда
Уға ҡаршы ҡул күтәрәләрме ни?
25Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни?
Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?
26Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде;
Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты.
27Эсем яна, тынғылыҡ таба алмайым;
Хәсрәтле көндәр мине һағалай.
28Ҡарайып ҡаттым, тик ҡояштан түгел;
Йыйын уртаһында тороп ялбарамын.
29Хәҙер мин сүл бүреләренә туған,
Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым.
30Тирем ҡарайып, һуйылып төштө,
Һөйәктәрем ялҡынһынып яна.
31Минең арфам хәҙер иңрәп илай,
Һыбыҙғым һыҡтаусы кеүек ыңғыраша.
Copyright information for
BakIBT2023