‏ Job 31

1Ҡыҙҙарға күҙ һалмам тиеп,
Күҙҙәрем менән килешеү төҙөшкәйнем.
2Кеше юғарынан – Алланан ниндәй өлөш алыр?
Кешегә өҫтән – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ниндәй биләмә булыр?
3Һәләкәт залимдар өсөн,
Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
4Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй,
Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни?

5Әгәр ҙә мин яңылышҡа боролһам,
Аяҡтарым ялған артынан ашыҡҡан булһа –
6Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен,
Шунда Ул намыҫлылығымды белер.
7Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа,
Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа,
Ҡулдарым бысранған булһа,
8Сәскәнемде башҡа берәү ашаһын,
Игенем тамырынан йолҡоп алынһын.

9Ят ҡатын тип аҡылымды юйған булһам,
Күршем ишеге төбөндә боҫоп ятһам,
10Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын,
Яттар уны түш аҫтына һалһын.
11Был – боҙоҡлоҡ,
Хөкөмгә бирелергә тейешле ғәйеп һаналыр,
12Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған,
Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.

13Миңә ҡаршы дәғүә белдергәндә
Ҡол һәм ҡолиәләремдең хоҡуҡтарын инҡар итһәм,
14Алла мине хөкөм итергә ҡалҡҡанда нишләр инем?
Ул һорау алғанда нимә тип әйтер инем?
15Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла,
Уларҙы ла яратмағанмы ни?
Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме?

16Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы,
Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,
17Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы,
Етемдәргә бирмәнемме?
18Йәш сағымдан етемдәргә атай урынында,
Бала саҡтан тол ҡатындарға таяныс булдым.
19Яланғастың туңып үлгәнен,
Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп,
Битараф ҡына ҡарап торһам,
20Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа,
Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә,
21Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп,
Етемгә ҡул күтәргән булһам –
22Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын,
Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн!
23Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам,
Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.

24Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам,
Саф алтынды: „Ышанысым һин!“– тиһәм,
25Байлығымдың күплегенә эреләнеп,
Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;
26Әгәр балҡыған ҡояшҡа,
Балҡып хәрәкәт иткән айға ҡарап,
27Күңелем түрендә уларға ымһынһам,
Уларға илаһтарға табынған һымаҡ ҡул һонһам;
28Был да хөкөмгә бирерлек ғәйеп,
Юғарылағы Аллаға хыянат булыр ине.

29Әллә мине күрә алмаған кешенең ҡайғыһына ҡыуандыммы?
Башына бәлә килде тип шатландыммы?
30Уның башына ҡарғыш төшөүен теләп,
Ауыҙыма гонаһ ҡылырға мин юл ҡуйманым.
31Өйөмдәге кешеләрҙең:
„Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
32Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы;
Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.
33 34Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға,
Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә,
Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме,
Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы –
Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?

35Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы!
Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям –
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын!
Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
36Мин ул төргәк китапты яурыныма һалып,
Таж итеп башыма кейеп йөрөр инем.
37Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем,
Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем.

38Баҫыуым да мине ғәйепләһә,
Бураҙналар минән зарланып һыҡтаһа,
39Уның уңышын бушлай ашаһам,
Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам,
40Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк,
Арпа урынына алабута үҫһен».

Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды.

Copyright information for BakIBT2023