Job 32
Әлиһуҙың беренсе телмәре:
Бер кемде лә яҡламайым
1Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине. 2Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы. 3Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды. 4Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине. 5Был өсәүҙең әйтер һүҙе ҡалмағанын күреп, ярһып китте. 6Буздың нәҫеленән Барахелдың улы Әлиһу былай тине:«Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ.Шуға ла ҡыйыуһыҙландым,
Фекеремде белдерергә ҡурҡып торҙом.
7„Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. –
Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
8Ысынында, кешелә булған рух,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы әҙәмгә зирәклек бирә.
9Хикмәт йәштә түгел.
Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.
10Шуға күрә: „Мине лә тыңлағыҙ, – тием.
Мин дә фекеремде әйтәйем“.
11Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм,
Һеҙ һүҙ һайлаған арала,
Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым.
12Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым,
Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы,
Уның әйткәндәренә яуап бирмәне.
13„Аҡыллы фекергә килдек, – тип әйтергә ашыҡмағыҙ. –
Йәнәһе, уны әҙәм түгел, Алла фашлар“.
14Әммә Әйүптең һүҙҙәре миңә ҡаршы йүнәлмәгән,
Мин уға һеҙҙеңсә яуап ҡайтармайым.
15Улар аптырап ҡалдылар, башҡа яуап тапманылар,
Әйтергә һүҙҙәре ҡалманы.
16Улар өндәшмәй, яуапһыҙ тора, тип
Мин һаман да көтөп торайыммы?
17Минең дә әйтер һүҙем бар,
Мин дә белгәнемде әйтәм.
18Сөнки эсем таша әйтер һүҙҙән,
Рух миңә тынғылыҡ бирмәй.
19Әйтерһең, эсемдә шарап ҡайнай,
Гүйә шартлап ярылырға еткән яңы турһыҡмын.
20Әйтәйем дә, эсем бушап ҡалыр;
Ауыҙ асайым да яуап ҡайтарайым.
21Бер кемде лә яҡламайым,
Һис кемгә ярарға тырышмайым.
22Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин;
Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.
Copyright information for
BakIBT2023