‏ Job 33

Әлиһуҙың Әйүпкә ҡаршы әйткәне:

Алла кешенән бөйөк

1Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла,
Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.
2Ҡара, ауыҙымды асам,
Һүҙҙәрем телем осонда тора.
3Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға,
Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
4Мине Алланың рухы бар ҡылды,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы йәшәү бирә.
5Әгәр ҡулыңдан килһә, яуап бир;
Әйҙә, дәлилдәр әҙерлә, ҡаршыма баҫ.
6Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек –
Мин дә балсыҡтан әүәләнгәнмен.
7Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ;
Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ.

8Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо.
Мин һүҙҙәреңде ишеттем:
9„Пакмын, гонаһ юҡ миндә;
Сафмын, ғәйепһеҙмен.
10Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй,
Мине Үҙенә дошман тип һанай.
11Аяҡтарыма ҡалып кейҙерә,
Һәр юлымды ҡарап-күҙәтеп тора“.

12Әммә һиңә шуны әйтәм:
Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең,
Сөнки Алла кешенән бөйөк.
13Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип,
Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?
14Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай,
Әммә Уны аңламайҙар.
15Төштә, төнгө күренмештә,
Кешене тәрән йоҡо баҫҡанда,
Түшәктә серем итеп ятҡанда,
16Кешенең ҡолағын аса,
Иҫкәртеүҙәр менән ҡотон ала,
17Уны яуызлыҡ ҡылыуҙан арындырыу,
Тәкәбберлектән ҡотҡарыу өсөн;
18Йәнен ҡәбер соҡоронан,
Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.
19Ҡаты ауырыу түшәккә йығып һабаҡ бирә,
Һөйәктәрен һыҙландырып, аҡылға ултырта.
20Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә;
Иң яратҡан ризығынан да екһенә.
21Уның тәне күҙ алдында кибә,
Һөйәктәре төртөп килеп сыға.
22Йәне ҡәбер соҡорона,
Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша.

23Әгәр янында бер фәрештә,
Меңәрләгән яҡлаусының береһе булһа,
Кешегә нимә дөрөҫ икәнен әйтеп торһа,
24Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан:
„Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар,
Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
25Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр,
Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр.
26Ул Аллаға доға итер,
Алла иһә уны ҡабул ҡылыр.
Алланың хозурына ул ҡыуанып килер.
Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.
27Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар:
„Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным,
Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.
28Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды,
Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.

29 30Кешенең йәнен ҡәберҙән ҡотҡарыр,
Уларға тормош нуры балҡыһын өсөн,
Ҡара, Алла быларҙы кешегә
Ике, хатта өс тапҡырҙар эшләй.

31Диҡҡәт менән тыңла, Әйүп, ҡолаҡ һал,
Мин һөйләгәндә өндәшмә.
32Ә инде әйтергә һүҙең булһа, яуап ҡайтар.
Һөйлә, сөнки һинең аҡланыуыңды теләйем.
33Әгәр һүҙең булмаһа, өндәшмә, мине тыңла,
Һиңә аҡыл өйрәтәйем».
Copyright information for BakIBT2023