Job 34
Әлиһуҙың икенсе телмәре:
Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала
1Әлиһу былай тип дауам итте: 2«Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ;Белдеклеләр, мине ишетегеҙ!
3Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ,
Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай.
4Әйҙә, нимәнең дөрөҫ икәнен һайлайыҡ,
Нимә яҡшы икәнен бергәләп өйрәнәйек.
5Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ,
Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
6Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам.
Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.
7Әйүп һымаҡ кеше бармы?
Ул бит хаяһыҙлыҡты һыу эскәндәй һөйләй.
8Яуызлыҡ эшләүселәр менән бер уйҙа,
Залимдар менән бер юлдан йөрөй.
9Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан
Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“– тине.
10Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ:
Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора,
Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят.
11Ул кешеләргә ғәмәлдәренә күрә бирә,
Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала.
12Ысынлап та, Алла яуызлыҡ эшләмәй,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ғәҙел хөкөмдө боҙмай.
13Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған?
Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған?
14Әгәр ҙә Ул ниәт итеп
Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа,
15Бөтә тереклек шунда уҡ һәләк булыр,
Кеше тупраҡҡа ҡайтыр ине.
16Әгәр ҙә аҡылың булһа – тыңла,
Әйткәндәремә ҡолаҡ һал.
17Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы?
Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме?
18Ул батшаға: „Һин – йүнһеҙ!“– ти,
Затлыларҙы яуыз тип атай,
19Түрәләрҙе айырып ҡарамай,
Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй.
Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
20Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә;
Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға;
Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була.
21Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай;
Уның һәр аҙымын күреп тора –
22Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек
Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
23Хөкөм өсөн хозурына килһендәр тип,
Алла кешегә айырым ваҡыт әйтеп тормай.
24Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала,
Урындарына башҡаларҙы ултырта.
25Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора,
Бер төндә емереп, һепереп түгә.
26Һәммәһең күҙ алдында
Яуызлыҡтары өсөн уларға яза бирә.
27Сөнки Уның юлынан тайпылдылар,
Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар.
28Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте,
Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.
29– 30Ләкин Алла өнһөҙ торһа,
Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер?
Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр?
Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен,
Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн,
Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.
31Әйтәйек, берәү Аллаға:
„Яңылышҡанмын, башҡаса яуызлыҡ ҡылмам, – тиһә, –
32Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт,
Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“.
33Әммә ғәйебеңде инҡар итһәң,
Һин ниндәй әжер көтәһең?
Быны үҙең хәл итергә тейеш, ә мин түгел.
Әгәр берәй нәмә белһәң – һөйлә.
34Аҡыллылар, мине тыңлаған аңлылар әйтер:
35„Әйүп белмәгәнен һөйләй,
Һүҙҙәрендә мәғәнә юҡ“.
36Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн,
Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш.
37Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй,
Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра,
Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра».
Copyright information for
BakIBT2023