Job 35
Әлиһуҙың өсөнсө телмәре:
Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай
1Әлиһу һүҙен былай тип дауам итте: 2«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы:„Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?
3„Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“– тип һораһаң,
4Яуап ҡайтарам һиңә һәм дуҫтарыңа:
5Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт,
Улар һинән ниндәй бейек.
6Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә?
Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була?
7Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә?
Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала?
8Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың;
Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына.
9Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй,
Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.
10Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла?
Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?
11Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән,
Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән
Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“– тип әйтмәҫ.
12Әммә иңрәп ҡысҡырған хәлдә лә,
Ундайҙарға Алла яуап ҡайтармай,
Сөнки залимдар тәкәббер.
13Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй.
14Ә инде Уға ҡаршы зарланаһың,
Дәғүәң Уның хозурында,
Уны хөкөмгә көтәм тиһең икән, – бигерәк тә.
15Тағы ла, Уның асыуы яйлай,
Ул енәйәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, тиһең.
16Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса,
Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра».
Copyright information for
BakIBT2023