Job 36
Әлиһуҙың дүртенсе телмәре:
Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән
1Әлиһу былай тип дауам итте: 2«Бер аҙ сабыр ит – мин һиңә күрһәтермен,Алланы яҡлап тағы ла әйтәһем бар.
3Фекер ебемде алыҫтан тағата башлайым,
Яратыусымдың хаҡлығын иҫбатлайым.
4Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел;
Алдығыҙҙа тороусының белеме камил.
5Алла – ҡөҙрәтле! Ул һис кемде ситкә типмәй;
Уның көсө һәм аҡылы бөйөк.
6Ул залимдарҙың йәшәүенә юл ҡуймаҫ,
Иҙелгәндәргә ғәҙеллек бирер.
7Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ,
Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр,
Мәңгелеккә юғары күтәрер.
8Әгәр кешеләр бығауҙа булһа,
Ҡайғы-хәсрәт менән сынйырланһа,
9Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен,
Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер.
10Нәсихәтен ишеттерер өсөн ҡолаҡтарын асыр,
Яуыз юлдарын ташларға бойорор.
11Әгәр тыңлаһалар, Уға хеҙмәт итһәләр,
Ҡалған көндәрендә муллыҡта йәшәрҙәр,
Йылдарын рәхәтлектә үткәрерҙәр.
12Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар,
Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр.
13Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай,
Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.
14Улар йәшләй генә үлеп ҡала,
Ғүмерҙәре фәхеш ирҙәрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була.
15Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр,
Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр.
16Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр,
Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине,
Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине.
17Әммә һин залимдарға тәғәйен хөкөмдө эҙләйһең;
Хаҡ хөкөм яғаңдан бөрөп тотор.
18Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен,
Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын.
19Бар байлығың менән тырышлығың
Һине бәләнән йолоп ала алырмы?
20Халыҡтарҙың ер йөҙөнән
Юҡ ителәсәк төнөн теләмә.
21Боҙоҡлоҡ юлына ҡайырылыуҙан һаҡлан,
Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән.
22Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк;
Бармы тағы Уның һымаҡ остаз?
23Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер?
Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр?
24Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,
25Уның ғәмәлдәрен бар кеше күреп тора,
Йыраҡтан ғына хайран ҡалып тамаша ҡыла.
26Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел,
Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ.
27Ул һыу тамсыларын бергә йыйып,
Уларҙы ямғырға әйләндерә.
28Был тамсылар болоттарҙан тама,
Кешеләрҙең өҫтөнә мул булып яуа.
29Болоттарҙың нисек йәйелгәнен,
Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
30Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә,
Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя.
31Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә,
Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә.
32Ул йәшенде усында йәшереп тота;
Уға ҡайҙа атырға бойора.
33Күкрәү Уның хаҡында белдерә,
Хатта мал да Уның яҡынлашыуын һиҙә.
Copyright information for
BakIBT2023