‏ Job 37

1Быларҙан минең йөрәгем ҡалтырана,
Күкрәгемдән сығырҙай булып тибә.
2Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ,
Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ!
3Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала,
Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта.
4Артынса тауышын күкрәтер,
Мәғрур тауышы менән тетрәтер.
Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ.
5Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла,
Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.
6Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә.
Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора.
7Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип,
Барыһының ҡулын тыйып тора.
8Ул саҡта хайуандар ышыҡҡа ҡаса,
Өңдәренә инеп йәшеренә.
9Дауыл үҙенең торлағынан сыға,
Төньяҡтан иҫкән ел һалҡын килтерә.
10Алланың һулышы һыуҙарҙы туңдыра,
Иркен һыуҙарҙың өҫтө боҙ менән ҡаплана.
11Ул болоттарҙы һыу менән һуғара,
Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
12Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн,
Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй.
13Йә кешеләрҙе язалар өсөн,
Йәки тупрағын һуғарып,
Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә.

14Туҡта, тыңла мине, Әйүп,
Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
15Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын,
Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме?
16Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын,
Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
17Көйҙөргөс көньяҡ еле аҫтында ер әлһерәп ятҡан саҡта
Кейемеңдә һиңә эҫе –
18Көҙгө кеүек ҡаты күк көмбәҙен
Алла һымаҡ киреп ҡуя алырһыңмы?

19Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә?
Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ.
20Минең әйтергә теләгәнемде Уға берәйһе еткерерме?
Кемдең әйтеп һәләкәткә тарығыһы килһен?
21Ел болоттарҙы ҡыуып күкте таҙартҡас,
Күктә балҡыған ҡояшҡа ҡарау мөмкин түгел.
22Төньяҡтан алтын балҡыш килә,
Алла дәһшәтле ғиззәт менән килә.
23Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек,
Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк,
Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
24Шуға ла кешеләр Унан ҡурҡып тора,
Ул үҙен аҡыллы һанағандарға боролоп та ҡарамаҫ».
Copyright information for BakIBT2023