Job 38
Алланың Әйүпкә яуабы
1Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: 2«Белдекһеҙ һүҙҙәре менәнМинең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?
3Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа,
Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
4Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең?
Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир.
5Беләһеңдер, кем уның үлсәмен билдәләне?
Өҫтөнән кем үлсәү бауын һуҙҙы?
6– 7Нимә өҫтөнә уның нигеҙҙәре ҡуйылды?
Таң йондоҙҙарының ҡыуаныслы йыры,
Илаһи заттарҙың шат гөрләшеүе аҫтында
Кем ерҙең мөйөш ташын урынлаштырҙы?
8Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас,
Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы?
9Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм,
Ҡараңғылыҡ менән биләнем.
10Уның сиктәрен билдәләп,
Арҡыры биктәр ҡуйып, ҡапҡаһын йоҙаҡланым.
11Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың.
Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.
12– 13Ер йөҙөнөң мөйөштәренән тотһон да
Өҫтөнән яуыздарҙы һелкеп ташлаһын тип
Ғүмереңдә берәй таңға бойороҡ бирҙеңме,
Иртәнге шәфәҡҡә урынын күрһәттеңме?
14Ер мөһөр баҫылған балсыҡ шикелле үҙгәрә;
Сағыу кейем кейгәндәй күренә.
15Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына,
Күтәрелгән ҡулдары һындырыла.
16Диңгеҙҙең инешенә төшкәнең,
Даръяларҙың төбөнән гиҙгәнең бармы?
17Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә?
Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы?
18Ер киңлектәрен тикшереп сыҡтыңмы һин?
Һөйләп бир, ошоларҙың барыһын белһәң.
19Ҡайҙа яҡтылыҡ төйәгенә алып барған юл?
Ҡараңғылыҡтың торлағы ҡайҙа?
20Уларҙы кире урындарына алып бара алырһыңмы?
Өйҙәренә илткән һуҡмаҡты һин табырһыңмы?
21Беләһеңдер инде, һин бит шул мәлдә тыуғанһың.
Ғүмерең шулай оҙондор!
22Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең,
Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?
23Мин уларҙы ауыр замандар өсөн,
Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым.
24Йәшен ниндәй юлдар буйлап елә?
Көнсығыш елдәре ерҙә нисек тарала?
25– 26– 27Кеше аяғы баҫмаған төбәктәрҙе,
Һис кем йәшәмәҫ сүлдәрҙе һуғарыу,
Буш ятҡан ерҙәрҙе дымға туйындырыу,
Тупраҡтан йәш үлән шытып сыҡһын өсөн
Ҡойоп яуған ямғырҙарға кем юл һала?
Күкрәүле йәшенгә кем юл аса?
28Бармы ямғырҙың атаһы?
Ысыҡ тамсыларын кем тыуҙыра?
29Боҙ кем ҡарынынан сыға?
Күктән төшкән ҡырауҙы кем тыуҙыра?
30Һыуҙар таш һымаҡ ҡата ла
Даръяларҙың йөҙө туңа.
31Бәлки, һин Өлкәр йондоҙлоғоноң сылбырын төйнәп,
Ориондыҡын тағата алырһың?
32Йондоҙҙарҙы тәғәйен ваҡыттарында сығарып,
Етегәнгә Кесеһе менән бергә юл күрһәтерһең?
33Күктең ҡанундарын беләһеңме?
Ерҙә тейешле тәртип урынлаштыра алырһыңмы?
34Өҫтөңә мул ямғыр яуҙырһын тип
Болотҡа тауыш күтәрә алаһыңмы?
35„Беҙ әҙер!“– тип осоп сыҡһын өсөн
Йәшендәрҙе һин оҙата алаһыңмы?
36Кем ибис ҡошона – зиһен,
Ә әтәскә аңлау ҡеүәһе биргән?
37– 38Кем үҙенең аҡылы менән болоттарҙы һанай ала?
Тупраҡ ташҡа әйләнгәндә, бергә уҡмашып ҡатҡанда,
Кем күктең турһығын бушата ала?
39Инә арыҫланға табышты һин ҡыуаһыңмы,
Бала арыҫландарҙың тамағын һин туйҙыраһыңмы
40Өңдәрендә аунағанда,
Боҫҡонда ▼
▼ Боҫҡон – руссаһы: засада.
аңдып ятҡанда?41Ҡоҙғонға емтекте кем әҙерләй,
Ҡошсоҡтары аслыҡтан бәлтерәп
Аллаға ярҙам һорап ҡысҡырған саҡта?
Copyright information for
BakIBT2023