Job 39
1Тау кәзәләренең ҡасан бәрәсләргә тейешлеген беләһеңме?Боландарҙың быҙаулағанын күҙәткәнең бармы?
2Быуаҙ йөрөгән айҙарын хисаплап сығара алаһыңмы?
Тыуҙырыр мөҙҙәттәре еткәнен,
3Теҙ сүгеп бәрәсләрҙәрен,
Йөктәренән ҡотолорҙарын,
4Бәрәстәре ҡырҙарҙа үҫеп, көсәйеп,
Уларҙы ташлап китер, кире ҡайтмаҫын беләһеңме?
5Кем ҡырағай ишәктәрҙе иреккә ебәрҙе,
Кем уларҙың тышауҙарын өҙҙө?
6Уларға төйәк итеп Мин даланы,
Торлаҡ итеп тоҙло ерҙе бирҙем.
7Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар,
Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
8Аҙыҡ эҙләп тау-таш ҡыҙыралар,
Һәр бөртөк йәшел үләнде ҡалдырмай эҙләйҙәр.
9Ҡырағай үгеҙ һиңә хеҙмәт итергә теләрме?
Һинең утлыҡсаң янында төнәрме?
10Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы?
Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы?
11Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы?
Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?
12Игенеңдең уңышын ташыуына,
Ырҙыныңа илтеүенә ышанырһыңмы?
13Ҡанаттарын ҡыуанып ҡаға дөйәғош:
Ҡыҫҡа улар – әммә ниндәй мамыҡ-ҡауырый!
14Туҙанда йылынып ятһын өсөн,
Дөйәғош йомортҡаларын ергә ташлап китә;
15Аяҡ аҫтында ярылып иҙелерен,
Ҡырағай йәнлектәр тарафынан тапалырын аңламай.
16Себештәренә ҡарата аяуһыҙ ул, әйтерһең дә улар ят;
Тырышлығы бушҡа китер тип тә ҡурҡмай.
17Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған,
Аңлау ҡеүәһе бирмәгән.
18Әммә тороп йүгерергә тотонһа,
Атты ла, һыбайлыны ла көлкөгә ҡалдыра!
19Атҡа көстө һин бирҙеңме,
Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
20Саранча һымаҡ сабырға өйрәттеңме?
Ғорур кешнәүе ниндәй дәһшәтле;
21Тояҡтары менән ерҙе сапсый,
Көс-ҡеүәтенә сыҙаша алмай,
Ҡурҡыу белмәй алышҡа ынтыла.
22Хәүеф-хафа уның өсөн көлкө генә,
Ҡылыс алдында ла артҡа сикмәҫ.
23Өҫтөнә тағылған һаҙаҡта уҡ сыңлай,
Һөңгө менән ҡалҡан ялтырай.
24Ажарынан ул ерҙе кимерә,
Борғо тауышына бейеп тора,
25Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә.
Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя,
Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен,
Яу оранын ишетә.
26Ҡарсыға күктә һинең аҡылың менән кәйеләме,
Ҡанат йәйеп, көньяҡҡа осамы?
27Һинең бойороғоң менән күтәреләме бөркөт,
Юғарыла үҙенә оя ҡорамы?
28Ул ҡаяла төйәкләнә,
Ҡәлғәһе – ҡая таштар, шунда төнөн үткәрә;
29Шунан ул ҡорбанын күҙләй,
Күҙҙәре алыҫ-алыҫтан күрә.
30Ҡошсоҡтарын ҡан менән туйҙыра,
Ҡайҙа үләкһә, ул шунда».
31Раббы Әйүпкә былай тине: 32«Һиңәме ни, эй бәхәссе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өйрәтергә?
Алланы ғәйепләүсе Уға яуап ҡайтарһын!»
33Шул саҡ Әйүп Раббыға былай тип яуап ҡайтарҙы: 34«Мин һиңә яуап бирергә лайыҡ түгел,
Ауыҙымды усым менән томалайым.
35Мин бер әйттем – башҡаса дауам итеп тормайым,
Ике әйттем, бүтән өндәшмәйем».
Copyright information for
BakIBT2023