Job 4
Әлифаздың беренсе телмәре:
Алла хозурында кеше хаҡ була аламы?
1Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: 2«Берәү һиңә һүҙ әйтергә баҙнат итһә,Күңелеңә ауыр алмаҫһыңмы?
Хәйер, нисек өндәшмәй ҡалаһың?
3Хәтереңә төшөр, үҙең күптәргә өгөт-нәсихәт бирҙең,
Ҡулы һәленеп төшкәнгә көс өҫтәй инең.
4Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң,
Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың.
5Инде үҙ башыңа төшкәс, сабырлығыңды юйғанһың;
Үҙеңә килеп ҡағылғас, бөтөнләй ҡаушап ҡалғанһың.
6Алланан ҡурҡыу ышаныс бирмәйме ни?
Кәмселекһеҙ йәшәүеңә өмөт бағлай алмайһыңмы?
7Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең
Ҡасан һәләк булғаны бар?
Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең?
8Минең күреүемсә, золом һөрөп,
Яуызлыҡ сәскән бәндәләр ҡаза ура.
9Улар Алланың һулышынан юҡ була,
Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
10Ажарланып ырылдаған арыҫлан да тыныр,
Йәш арыҫландың теше ҡырылыр.
11Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була,
Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә.
12Йәшерен һүҙ ишетелде миңә,
Ҡолағыма бышылдау сағылды.
13Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда,
Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,
14Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым,
Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде.
15Бер рухтың еле йөҙөмә тейеп үтте –
Хатта тәндә ҡош йөндәрем ҡалҡты.
16Ул туҡтаны, уның ни булғанын аңламаным,
Тик рәүешен генә абайланым.
Тынлыҡта тауыш ишеттем:
17„Алла хозурында кеше хаҡ була аламы?
Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы?
18Ҡара, Алла хеҙмәтселәренә лә ышанып бөтмәй,
Хатта фәрештәләрендә лә етешһеҙлек таба.
19Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән,
Нигеҙе саң-туҙан булған,
Һытып ташлауы көйәнән дә
Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?
20Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай,
Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға.
21Тәндәренең бер һеңере тартып алынһа,
Аҡыл-зирәклеккә ирешмәйенсә үлеп китәләр“.
Copyright information for
BakIBT2023