Job 40
1Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: 2«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа,Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
3Ысынлап та Минең ғәҙеллегемде бушҡа сығараһыңмы?
Үҙеңде хаҡ тип иҫбатлар өсөн
Мине ғәйепләмәксеһеңме?
4Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме?
Тауышың Уныҡылай күкрәйме?
5Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә,
Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
6Ташып килгән асыуыңды түк,
Ғорурҙарға ҡара ла күндәм ит.
7Бөтә тәкәбберҙәргә ҡара ла түбәнһет,
Залимдарҙы торған урынында ҡыра һуҡ.
8Барыһын да бергә тупраҡҡа күм,
Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.
9Шул сағында Мин һине маҡтармын,
Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
10Бына бегемот. Уны ла һинең кеүек үк Мин бар ҡылдым.
Ул үгеҙ шикелле үлән ашай.
11Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле,
Ҡорһағының мускулдары көслө.
12Ҡойроғо кедр ағасы кеүек,
Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән.
13Һөйәктәре баҡыр борғо һымаҡ,
Һөлдәләре тимер таяҡтай.
14Алланың тәүге ғәмәлдәре ул;
Тик Яратыусыһы ғына уға ҡылыс менән яҡынлаша алыр.
15Бөтә ҡырағай йәнлектәр уйнап йөрөгән тауҙар
Уға ашарға бирә.
16Ул сәнскәкле лотос аҫтында,
Һаҙлыҡтарҙа ҡамыш араһында боҫоп ята;
17Лотостар уларҙы күләгәһе менән ҡаплар,
Йылға талдары тирә-яҡтан уратыр.
18Йылға шарлап аҡҡандан да өркмәҫ;
Тыныс ҡалыр хатта Иордан йылғаһы
Боғаҙына эркелгән саҡта ла.
19Берәйһе уны ҡармаҡҡа эләктерә
Йәки ырғаҡ менән томшоғон аймай алырмы?
20Ливъяҫанды ҡармаҡҡа тота алаһыңмы?
Телен арҡан менән бәйләй алаһыңмы?
21Моронона дүңгәләк кейҙереп,
Яңаҡ һөйәген ырғаҡ менән тишә алаһыңмы?
22Һиңә ҡабат-ҡабат ялбарырмы?
Йомшаҡ һүҙҙәр менән өндәшерме?
23Һинең менән килешеү төҙөрмө?
Һиңә мәңге ҡол булырға вәғәҙә бирерме?
24Ҡош менән уйнаған кеүек, уның менән уйнарһыңмы?
Ҡыҙҙарыңа ҡыҙыҡ өсөн уға таҫма тағырһыңмы?
25Балыҡсылар уны күпмегә һатырға сауҙалашырмы?
Сауҙагәрҙәргә бүлеп бирерме?
26Уның тиреһен һөңгө менән сәнскеләй алырһыңмы?
Башын һалдау менән яра алырһыңмы?
27Ҡағылып ҡара – ҡабат бер ҙә ынтылмаҫһың,
Ул алышты һис тә онота алмаҫһың!
Copyright information for
BakIBT2023