Job 41
1Уны тотам тип өмөтләнмә лә:Бер күреүҙән ултыра төшөрһөң.
2Уны ҡуҙғатырға йөрәге еткән кеше юҡ.
Шулай булғас кем Минең ҡаршымда тора алыр?
3Кем Миңә берәй нәмә бирҙе лә
Мин уға бурыслы булып ҡалдым?
Күктәр аҫтындағы бар нәмә – Минеке.
4Ливъяҫандың аяҡтары, көсө,
Кәүҙәһенең мөһабәтлеге хаҡында
Өндәшмәйенсә ҡала алмайым.
5Кем уның тиреһен тунай ала?
Ике ҡат көбөн кем тишә ала?
6Кемдең ҡулынан килә ҡапҡалай ауыҙын асыу?
Осло тештәренең теҙмәһе ҡот осҡос.
7Арт һаны ҡат-ҡат ҡалҡандар менән ҡаплы.
Улар мисәтләнгән кеүек бик ныҡ беркетелгән,
8Бер-береһенә терәлеп теҙелгәндәр,
Араларынан хатта һауа үтерлек түгел.
9Шул тиклем тығыҙ торалар,
Йәбешкәндәр, айырырмын тимә.
10Бышҡырһа, йәшен йәшнәгән һымаҡ;
Күҙҙәре – таң нурҙарына оҡшаш.
11Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә,
Көйҙөргөс осҡондар атыла.
12Морон тишектәренән төтөн бөркөлә,
Әйтерһең, ҡамыш яҡҡан усаҡта ҡаҙан ҡайнай;
13Һулышынан күмер дөрләп китә,
Ауыҙынан ялҡын урғыла.
14Муйынында ҡеүәт йәшәй,
Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора.
15Итләс тәне ҡойоп ҡуйған һымаҡ тығыҙ;
Шул ҡәҙәрле ҡаты, һис ҡаҡшатам тимә.
16Йөрәге таштай ҡаты,
Ҡул тирмәненең аҫҡы ташылай.
17Ливъяҫан ҡуҙғалғанда, бәһлеүәндәр ҙә ҡурҡа,
Ул ташланғанда артҡа сигенә.
18Уға ҡаршы ҡылыс күтәреү файҙаһыҙ,
Һөңгө лә, уҡ та, һис бер ҡорал сыҙамаҫ.
19Тимерҙе ул һалам һымаҡ күрер,
Баҡыр уға сөрөк ағас кеүек.
20Атҡан уҡтан ҡасмаҫ,
Ә һапҡы ташын кәбәк һымаҡ та күрмәҫ.
21Суҡмарҙы һалам тип ҡабул итер,
Һөңгөнөң һыҙғырып осоуынан көлөр.
22Ҡорһаҡ аҫты сүлмәк ватыҡтары кеүек осло:
Мәтене ашлыҡ һуҡҡыс һымаҡ аҡтарып бара.
23Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр;
Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр.
24Йөҙгәндә артынан балҡып торған эҙ ҡалдырыр;
Аҡ күбектәр сал сәстәй тойолор.
25Ер йөҙөндә ундай йән эйәһе юҡ башҡаса;
Ҡурҡыуһыҙ яратылған бер мәхлүк.
26Бөтөн тәкәбберҙәргә ул өҫтән аҫҡа ҡарай;
Бөтөн мәғрур януарҙарҙың хакимы ул».
Copyright information for
BakIBT2023