‏ Job 42

Әйүптең Раббыға яуабы:

Әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам

1Шунан Әйүп Раббыға былай тип яуап бирҙе:

2«Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа;
Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай.
3„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән
Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“– тип һораның.
Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында,
Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.
4„Һин тыңлап тор, Мин һөйләйем;
Мин һорайым, һин аңлатып бир“, – тинең.
5Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем;
Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
6Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам,
Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».

Әйүптең тулыһынса аҡланыуы һәм бәрәкәтенең ҡайтыуы

7Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға:

– Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ.
8Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.

9Шунан Темандан килгән Әлифаз, Шуах кешеһе Билдад, Нағамандан килгән Софар Раббы ҡушҡанса эшләнеләр. Раббы Әйүптең доғаһын ҡабул итте.

10Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе. 11Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.

12Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине. 13Әйүптең ете улы менән өс ҡыҙы тыуҙы. 14Тәүге ҡыҙына Емима, икенсеһенә Ҡесиға, өсөнсөһөнә Ҡәрән-Һаппух
Емима; Ҡесиға; Ҡәрән-Һаппух – Емима йәһүд телендә – «алатуба», Ҡесиға – «дәрсен сәскәһе», Ҡәрән-Һаппух «ҡара һөрмә» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡушты.
15Бөтә илдә Әйүптең ҡыҙҙарынан да гүзәлерәк ҡыҙҙар юҡ ине. Аталары уларға ла ағай-энеләре менән бер тигеҙ мираҫ бирҙе.

16Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе. 17Ул ҡартайып, тормошта бөтәһен дә татып-кисереп вафат булды.

Copyright information for BakIBT2023