‏ Job 5

Әлифаз телмәрен дауам итә:

Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма

1Саҡырып ҡара! Яуап ҡайтарыусы табылырмы?
Изгеләрҙең ҡайһыһына йөҙ тоторһоң?
2Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер,
Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.
3Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә,
Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә.
4Балалары хәүефкә яҡын булыр,
Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар,
Уларҙы һис кем яҡламаҫ.
5Уңыштарын астар ашар –
Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар,
Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор.
6Бәлә-ҡаза тупраҡтан шытып сыҡмай бит,
Ҡайғы-хәсрәт ҡырҙа үҫмәй.
7Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай,
Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ.

8Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор,
Эшемде Уға тапшырыр инем.
9Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла,
Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек,
Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.
10Ул ер йөҙөнә ямғыр яуҙыра,
Ҡырҙарҙы Ул һыуға туйындыра.
11Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә,
Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға.
12Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн,
Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа.
13Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә,
Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя.
14Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр,
Төш мәлендә, төндәге һымаҡ,
Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
15Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән,
Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр.
16Шуға күрә ярҙамһыҙҙың өмөтө бар,
Ғәҙелһеҙлектең ауыҙы томаланыр.

17Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле!
Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма.
18Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр,
Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр.
19Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр,
Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.
20Аслыҡ мәлендә – үлемдән,
Һуғышта ҡылыстан йолоп алыр.
21Раббы һине телдең ҡамсыһынан ҡаплар,
Бөлгөнлөк килеүҙән ҡурҡмаҫһың.
22Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң,
Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең.
23Сөнки баҫыуҙағы таштар менән килешеү төҙөрһөң,
Ҡыр йәнлектәре менән татыу йәшәрһең.
24Сатырыңда гел имен буласағын белерһең,
Малдарыңды байҡарһың да бер етешһеҙлек тә тапмаҫһың.
25Тоҡомоңдоң күплеген күрерһең,
Зат-зәүерең үлән шикелле ишелеп үҫер.
26Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ,
Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең.

27Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ.
Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал».
Copyright information for BakIBT2023