‏ Job 6

Әйүптең икенсе телмәре:

Алла ғүмер ебемде өҙһә ине

1Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:

2«Әгәр ҙә ғазаптарымды үлсәп,
Бөтөн ҡайғыларымды бизмәнгә һалһаң –
3Улар диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ тартыр ине,
Шуға күрә әйткән һүҙҙәрем дыуамал.
4Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә,
Рухыма уларҙың ағыуы һеңә;
Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
5Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк?
Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа?
6Сөсөнө тоҙһоҙ ашайҙармы?
Йомортҡа ағының тәме бармы?
7Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә,
Улар мине сиргә һабыштыра.

8Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине,
Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине –
9Тәүәккәлләп мине иҙһен ине,
Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
10Был миңә йыуаныс булыр –
Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем,
Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
11Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым?
Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
12Әллә миндә таш ныҡлығы бармы?
Әллә тәнем баҡырҙанмы?
13Бөтөнләй сараһыҙ ҡалған мәлдә
Үҙемә ярҙам итерлек хәлем булырмы?

14Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә,
Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж
Йәһүд телендә был һөйләмде «Сараһыҙ ҡалған дуҫына мәрхәмәт күрһәтмәгән бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡыуҙы онотҡан» тип тә аңларға мөмкин.
.
15Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ,
Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.
16Улар боҙҙар ирегәндә таша,
Ҡар һыуына тулып ярҙан аша;
17Ҡоролоҡ мәлдә юҡҡа сыға,
Эҫелә үҙәндәрендә кибеп ҡала.
18Улар арҡаһында каруандар аҙашыр,
Сүллектә ҡаңғырып һәләк булыр.
19Тема каруансылары һыу эҙләр,
Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар.
20Тик өмөттәре алданыр,
Ҡороған йылға үҙәненә еткәс, шаҡ ҡатырҙар.
21Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ:
Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ.
22Әллә әйттемме: „Миңә бирегеҙ!
Малығыҙҙан минең өсөн түләгеҙ!
23Дошмандың ҡулынан ҡотҡарығыҙ,
Йолом түләп, залимдар ҡулынан азат итегеҙ“, – тинемме?

24Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын,
Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ.
25Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була!
Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
26Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ?
Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен
Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?
27Йәрәбә һалып, етемде бүлешәһегеҙ,
Сауҙалашып, дуҫығыҙҙы һатырға әҙерһегеҙ.

28Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ –
Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы?
29Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ!
Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
30Ауыҙымдан берәй нахаҡ һүҙ сыҡтымы?
Аңҡауым һәләкәт әсеһен тоймаҫмы?
Copyright information for BakIBT2023