Job 7
1Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо –Ауыр хеҙмәт түгелме ни?
Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?
2Күләгәгә зарыҡҡан ҡол,
Эш хаҡын көткән ялсы һымаҡ ул.
3Миңә лә буш айҙар насип булды,
Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө.
4Ятыу менән торор ваҡытымды көтәм,
Тик төнөм аяуһыҙ оҙон,
Әйләнеп-тулғанып сығам таңға саҡлы.
5Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан,
Тирем ҡутырлаған, эренләгән.
6Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә,
Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
7Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш,
Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ.
8Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк.
Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын.
9Болот таралып юҡ булған һымаҡ,
Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
10Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ,
Тыуған төйәге уны танымаҫ.
11Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым,
Рухымдың хәсрәтләнеүен,
Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.
12Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме,
Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың?
13„Һыҙланыуым түшәктә баҫылыр,
Ятһам, бәлки, рәхәтерәк булыр“, – тип уйлаһам,
14Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың,
Һаташтырып ҡотомдо алаһың.
15Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе,
Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе!
16Мин йәшәүҙән биҙҙем.
Барыбер донъяла мәңге тормам,
Ҡалдыр мине! Көндәрем – бары тик һулыш һымаҡ.
17Кеше тигәнең шул тиклем нимә?
Ниңә уны шулай ололайһың?
Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?
18Иртә һайын тикшереп тораһың,
Һәр аҙым һайын уны һынайһың.
19Ниңә минән саҡ ҡынаға ла күҙеңде алмайһың,
Төкрөгөмдө йоторға ла ихтыяр бирмәйһең?
20Әгәр гонаһ ҡылған булһам,
Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе,
Һиңә минең ни зыяным тейҙе?
Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың?
Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
21Ниңә гонаһымды кисермәйһең?
Ни өсөн ғәйебемде юймайһың?
Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын,
Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».
Copyright information for
BakIBT2023