‏ Job 8

Билдадтың беренсе телмәре:

Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң

1Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы:

2«Тағы күпме шулай һөйләнерһең?
Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ!
3Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?
4Бәлки, балаларың Уға ҡаршы гонаһ иткән дә,
Уларҙы үҙ енәйәттәренең ҡулына тапшырғандыр.
5Әгәр Аллаға табан ихласлап боролһаң,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң,
6Әгәр пак, намыҫлы булһаң,
Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар,
Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр.
7Башланғысың бәләкәй булһа ла,
Ахырың бөйөк буласаҡ.

8Үткән быуындарҙан һораш,
Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш.
9Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ,
Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
10Һораһаң, улар өйрәтмәҫ-һөйләмәҫ,
Күңелдәгеһен асмаҫ тиһеңме ни?

11Һыу булмаған урында ҡамыш үҫерме?
Һаҙлыҡһыҙ ерҙә ҡалҡырмы күрән?
12Әлегә ул йәшел, ҡырҡылмаған булһа ла,
Һыу ҡороһа, башҡа үләндәрҙән алда кибә.
13Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай;
Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә.
14Ышанысы – өҙөлөргә торған серек бер еп,
Именлеге – үрмәксе ауы.
15Үрмәксе ауына һөйәлер – ау өҙөлөр,
Епкә йәбешер – уныһы ла сыҙамаҫ.
16Аллаһыҙ ул – ҡояшта йәшелләнгән үлән;
Үҫентеләре тотош баҡсаға йәйелер,
17Тамырҙары таштар араһына үтеп инер,
Таш диуарҙарға һарылыр.
18Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа,
Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер.
19Бына шул тормошоноң бар ҡыуанысы!
Урынына тупраҡтан башҡалар үҫеп сығыр.

20Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ,
Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ.
21Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр,
Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр.
22Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр,
Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».
Copyright information for BakIBT2023