Job 9
Әйүптең өсөнсө телмәре:
Кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?
1Әйүп былай яуапланы: 2«Дөрөҫ, бының шулай икәнлеген беләм.Әммә кеше Алла алдында нисек аҡлана ала?
3Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә,
Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.
4Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ,
Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
5Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер,
Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер.
6Ерҙе урынынан ҡуҙғатыр,
Уның терәктәрен дер һелкетер.
7Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ,
Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.
8Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән,
Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән.
9Етегәнде, Орион менән Өлкәрҙе,
Көньяҡ күге йондоҙҙарын Ул яратҡан.
10Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек,
Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ.
11Бына Ул янымдан үтеп китер – күрмәм,
Елеп уҙыр, бер нәмә лә тоймам.
12Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр?
Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“– тиер?
13Алла асыуын теҙгендә тотмаҫ,
Раһавтың ▼
▼ Раһав – мифологияла хаос һәм яуыз көстәрҙе белдергән диңгеҙ аждаһаһы.
ярҙамсылары Уның аяғы аҫтында аунар.14Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым?
Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?
15Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем,
Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.
16Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла,
Уның мине тыңларына ышана алмам.
17Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла,
Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
18Хатта тын алырға ирек бирмәй,
Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.
19Әгәр эш ҡеүәттә булһа, Ул ҡеүәтле!
Ғәҙеллек юлларға булһа,
Кем Уны хөкөм ҡаршыһына килтерә ала?
20Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр.
Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр.
21Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер –
Мин туйҙым бындай тормоштан.
22Нисек булһа булһын! Шуға күрә әйтәм:
„Ул ғәйепһеҙҙе лә, яуызды ла берҙәй юҡ итә“.
23Ҡапыл ябырылған бәлә үлем сәсһә,
Ул ғәйепһеҙҙәрҙең ғазабынан көлә.
24Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған,
Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған –
Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
25Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә,
Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.
26Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ,
Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.
27„Аһ-зарымды онотайым,
Хәсрәтле йөҙөм яҡтырһын“, – тиһәм,
28Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине,
Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.
29Барыбер ғәйепле тип һаналам икән,
Ниңә мин бушҡа тырышам?
30Ҡар һыуҙары менән йыуынһам да,
Ҡулдарымды һелте менән таҙартһам да,
31Мине тағы ла бысраҡ соҡорға батырырһың,
Хатта үҙ кейемем дә минән ерәнер.
32Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел,
Нисек мин Уға яуап бирә алайым?
Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?
33Арабыҙҙа икебеҙҙең дә яурынына ҡул һалып,
Беҙҙе килештерә алыр берәү ҙә юҡ!
34Алла Үҙенең яза таяғын өҫтөмдән алһа ине,
Башҡаса миңә дәһшәт һалмаһа ине.
35Шул саҡта Унан ҡурҡмай һүҙемде әйтер инем,
Әммә мин ундай түгелмен.
Copyright information for
BakIBT2023