‏ John 1:32-34

32Яхъя шаһитлыҡ ҡылды:

– Мин Уға күктән күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.
33Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. 34Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.

Copyright information for BakIBT2023