aЗәб 117:25-26.

‏ John 12:12-15

Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе

(Маҫ 21:4-9; Мрк 11:7-10; Лк 19:35-38)

12Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс, 13 aхөрмә ботаҡтары алдылар ҙа:

– «Һосанна!
Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.

Раббы исеме менән Килеүсе,
Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» –

тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.

14Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:

15 c«Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ
Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан.
.
Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,
һинең Батшаң килә».
Copyright information for BakIBT2023