John 18:19-24
19Иң баш ҡаһин Ғайсанан шәкерттәре һәм нимәләргә өйрәтеүе тураһында һорашты. 20– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. 21Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә. 22Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме? 23Ғайса уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине. 24Шунан Ханнас Ғайсаны бәйләнгән килеш иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа ебәрҙе.
Copyright information for
BakIBT2023