John 19:28-30
Ғайсаның үлеме
(Маҫ 27:48-50; Мрк 15:36-37; Лк 23:36)
28 aШунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине. 29Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас: – Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023