John 19:38-42
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Маҫ 27:57-61; Мрк 15:42-47; Лк 23:50-56)
38Шунан һуң сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ Пилатостан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилатос рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. 39Элегерәк төндә Ғайса янына барған Никодемус та уның менән бергә ине. Ул йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ ▼▼ Мирра менән алоэ – «Мирра» – йәһүдтәрҙең дини йолаһы буйынса ерләү алдынан мәйеткә һөртөлә торған ҡыйбатлы еҫле ыҫмала. «Алоэ» – үлән. Япрағынан ҡиммәтле хуш еҫ әҙерләгәндәр. Үлгән кешене ерләр алдынан уны туҡымаға һеңдергәнсе һөрткәндәр.
ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. 40Улар, Ғайсаның мәйетен алып, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һеңдерелгән кәфенгә уранылар. 41Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә – бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булған өсөн һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар.
Copyright information for
BakIBT2023