Joshua 11
Исраилдарҙың төньяҡ батшаларын еңеүе
1Хасор батшаһы Явин, был хәлдәр тураһында ишеткәс, Мадон батшаһы Йовавҡа, Шимрон һәм Ахшаф батшаларына, 2төньяҡта – тауҙарҙа һәм Ғарава тигеҙлегенә, Киннереҫ күленән көньяҡта, Шефелала һәм көнбайышта – Нафоҫ-Дорҙа идара иткән батшаларға сапҡындар ебәрҙе. 3Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе. 4Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде. 5Ғәскәрҙәрен бергә туплап, исраилдар менән алышырға әҙер булып, улар Мером инеше янына туплам ҡорҙо. 6Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине. 7Йушағ, үҙ ғәскәре менән көтмәгәндә Мером инеше янына килеп, дошмандарына һөжүм итте. 8Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды. 9Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы. 10Йушағ, кире боролоп, Хасорҙы баҫып алды һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе. Быға тиклем Хасор тирә-яҡ батшалыҡтар араһында төп урынды алып тора ине. 11Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы. 12Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе. 13Ләкин исраилдар Йушағ үртәгән Хасорҙан башҡа ҡалҡыу урындағы ҡалаларҙы яндырманы. 14Исраилдар баҫып алынған ҡалаларҙан табышты һәм мал-тыуарҙы үҙҙәренә алды, ә кешеләрҙе, береһен дә иҫән ҡалдырмай, ҡылыстан үткәрҙе. 15Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға нисек бойорған булһа, Муса ла Йушағҡа шулай ҡушҡайны – Йушағ, Раббы Мусаға бойорғандарҙан һис кенә лә тайпылмайынса, барыһын да ғәмәлгә ашырҙы. 16Шулай итеп, Йушағ бөтә илде: таулы урындарҙы, тотош Негевты, бөтә Гошен өлкәһен, Шефеланы, Ғарава тигеҙлеген, шулай уҡ Исраил тауҙарын һәм тау итәктәрен – 17Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте. 18Ләкин улар менән һуғыш оҙаҡ барҙы. 19Ғивғонда йәшәгән хиууиҙәрҙан башҡа бер генә ҡала ла исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөмәне. Исраилдар һәр ҡаланы һуғышып алды. 20Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был. 21Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды. 22Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды. 23Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Copyright information for
BakIBT2023