Joshua 14
Иордан йылғаһының көнбайышындағы ерҙәрҙе бүлеү
1Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен, 2йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде. 3Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы. 4Йософ нәҫеле ике ырыу – Менашше һәм Әфраим ырыуына бүленгәйне. Левиҙәргә ер бирмәнеләр – бары төпләнеп йәшәү өсөн ҡалалар һәм мал-тыуар өсөн шулар тирәһендә көтөүлектәр генә бирелде. 5Исраилдар Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләнеләр һәм ерҙе үҙ-ара бүлештеләр.Хеврондың Калевҡа бирелеүе
6Бер мәлде Йәһүҙә ырыуы кешеләре Йушағ янына Гилгалға килделәр. Ҡынизи Йефунне улы Калев уға: – Ҡадеш-Барнеағта Алла бәндәһе Мусаға Раббының һинең менән минең хаҡта нимә әйткәнен хәтерләйһеңме? 7Раббы ҡоло Муса мине Ҡадеш-Барнеағтан ошо ерҙәрҙе ҡарап ҡайтырға ебәргәндә, миңә ҡырҡ йәш ине. Ҡайтҡас, мин уға дөрөҫөн һөйләп бирҙем. 8Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым. 9Шунда Муса ант итеп миңә: «Аяғың баҫҡан ер, Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булғаның өсөн, мәңгелек биләмә итеп һиңә һәм һинең нәҫел-нәсәбеңә биреләсәк», – тине. 10Һәм бына, Раббы вәғәҙә иткәнсә, бөгөнгө көнгәсә йәшәргә насип итте. Ул быны Мусаға вәғәҙә иткәнгә ҡырҡ биш йыл булды – ул саҡта исраилдар сүлдә йөрөй ине. Әле миңә һикһән биш йәш. 11Ләкин мин әле лә, Муса мине күҙәтеп-байҡап килергә ебәргән саҡтағы шикелле, ныҡмын. Мин әле лә шулай уҡ көслөмөн, һуғыш-яуҙарға әҙермен. 12Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине. 13Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе. 14Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды. 15Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Copyright information for
BakIBT2023